Хәүефһеҙлек
18 Май , 13:15

29 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән

 Көндәр йылытты - тағы бер хәүеф артты. 

29 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән29 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән
29 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән

Көндәр йылынып та өлгөрмәне, һыуға батыусылар һаны артты.

Кисә Бөрө районының Күсәкәй ауылы янындағы күлдә фажиғәле хәл теркәлгән. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, 29 йәшлек ир һыуға төшкән, һәм кире сыҡмаған. Ваҡиға урынына Дүртөйлө ҡалаһынан эҙләү -ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре килгән һәм ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығарғандар.

Осраҡ буйынса тикшереү бара, һыуға батыу осрағы асыҡлана.

Пляждар 1 июндән генә башлана. тип хәбәр итеүҙәренә ҡарамаҫтан, йылы май көндәрендә күптәр һыу инеүҙе хуп күрә. Бигерәк тә инергә рөхсәт булмаған урындарҙа һыуға төшөү ҡәтғи тыйыла.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас