Бал ҡорто саҡһа, иң беренсе, әлбиттә, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр инде ундай мөмкинлегегеҙ юҡ - ҡырҙа, урмандаһығыҙ икән - тәүге ярҙам сараларын ҡулланырға кәрәк буласаҡ.
- Ҡаяуын алығыҙ (әгәр ул ярала ҡалһа). Бал ҡортоноң ҡаяуы киртләсле, шуға ла тирелә тороп ҡалыусан. Уны пинцет ярҙамында йәки тырнаҡ менән ипләп кенә алырға кәрәк. Ҡаяуҙың үҙенә йүнәлеш тотоғоҙ, ә ағыулы “тоғо”на теймәгеҙ – организмға нығыраҡ таратыуығыҙ ихтимал.
Ҡаяуҙы бармаҡтар менән һығырға ярамай.
- Бал ҡорто саҡҡан урынды һабынлы һыу менән йыуығыҙ – ағыуҙың ҡалдыҡтарын бөтөрөргә, инфекция хәүефен аҙайтырға кәрәк.
- Сағылған урынға 10-20 минутҡа һалҡын нәмә һалығыҙ (мәҫәлән,туҡымаға төрөлгән боҙ). Был сара ауыртыуҙы, шеште кәметер.
- Организмдан ағыу тиҙерәк сығып бөтһөн өсөн, күп итеп һыу эсегеҙ.
- Ҡысына башлаһағыҙ, аллергия билдәләре күренһә, гистаминға ҡаршы препараты эсергә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, “Супрастин”, “Тавегил”, “Кларитин” һ.б. Уларҙың дозаһын табип билдәләргә тейеш.
- Аллергияға ҡаршы ҡулланыла торған май булһа, шуны һөртөгөҙ.
- Яра урынын тырнамағыҙ – ағыуҙың таралып китеүе, инфекция инеү хәүефе артыуы ихтимал.
- Мөмкинлек табып, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Ярамай!
* Бал ҡорто саҡмаһын өсөн, ул яҡында икән, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ.
* Үләндә яланаяҡ йөрөмәгеҙ.
* Тәбиғәткә, баҡсаға сыҡҡанда хушбуй һөртмәгеҙ.
* Тәнегеҙҙе ябып торған кейемдә булығыҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan