

Быйыл 10 майҙа Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районындағы Гранитный ҡасабаһы янында Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйында билдәһеҙ ҡатындың кәүҙәһе табыла. Ул үлтерелеп, кәүҙәһе шлакоблокка беркетелгән тимер сылбыр менән бәйләнгән була.
Бисара былтыр ноябрҙә Баймаҡ районында юғалған 42 йәшлек ҡатын булып сыға. Ул саҡта ире хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡатынының улын медицина учреждениеһына алып китеүе һәм кире ҡайтмауы тураһында хәбәр итә.
Ҡатындың аралашҡан кешеләре билдәләнә, тентеүҙәр үткәрелә, шаһиттарҙан һорау алына. Тәфтишселәр шулай уҡ суд экспертизаһы комплексын тәғәйенләй, ҡатындың хәрәкәт итеү маршруттарын өйрәнә. Һөҙөмтәлә ваҡиғаның тулы картинаһы тергеҙелә, шулай уҡ енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған кешене табалар.
Ул Башҡортостандан 54 йәшлек ир булып сыға. Уға енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләү белдерелгән, һаҡ аҫтына алынған.
Ир хоҡуҡ һаҡсыларына күрһәтмә биреп, 2025 йылдың 10 ноябрендә кис зыян күреүсе менән осрашыуы тураһында һөйләй. Баймаҡ районының Күсей ауылы янында автомобилдә улар араһында көнсөллөк нигеҙендә низағ тыуа. Һөҙөмтәлә ир ҡатынды быуып үлтерә. Бынан һуң ул енәйәт эҙҙәрен йәшерергә ҡарар итә. Ғәйепләнеүсе ҡатындың кәүҙәһен Силәбе өлкәһендәге Ҡыҙыл районының Гранитный ҡасабаһы янындағы Яйыҡ йылғаһы ярына алып бара, уны тимер сылбыр менән бәйләп бетон шлакоблокка беркетә һәм һыуға ташлай.
Тәфтишселәр енәйәт буйынса эш алып бара. Мәрхүмәнең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: тәфтиш комитеты видеояҙмаһынан скришот.