

Айыу менән осрашҡанда уға яҡын барырға, ашатырға, фотоға төшөрөргә тырышма, тип киҫәтә белгестәр. Уны күреп ҡалыу менән яй ғына ары китеү яғын ҡара, арҡаң менән боролма. Шуның менән бергә тауышланырға, ҙур булып күренер өсөн ҡулдарыңды йәки рюкзагыңды күтәрергә кәрәк, тип иҫкә төшөрә ҡотҡарыусылар.
Башҡортостанда айыуҙарҙың тораҡтарға яҡын килеүе күҙәтелә. Йыл башынан 112 хеҙмәтенә шундай 14 мөрәжәғәт алынған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты.
Яңыраҡ Иглин районында айыуҙың умарталыҡты туҙҙырғаны, ә Нефтекама эргәһендәге баҡса ширҡәтендә умарталар урынлашҡан участкаға килеүе билдәле булды. Уларҙы умарталыҡтан, сүп-сар контейнерҙарынан, компост баҙҙарынан килгән еҫ йәлеп итә.
Фото: “Башинформ”.