Хәүефһеҙлек
23 Май , 17:24

Бөгөн ике бала батып үлде...

Береһенең кәүҙәһен һаман таба алмайҙар. 

Бөгөн ике бала батып үлде...Бөгөн ике бала батып үлде...
Бөгөн ике бала батып үлде...

Бөгөн, 23 майҙа, Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында ике фажиғәле осраҡ теркәлгән. Шишмә районының Сәлих ауылында 15 йәшлек үҫмер Уҙа йылғаһында батып үлгән. Уның кәүҙәһен водолаздар табып ярға алып сыҡты, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ә бер аҙҙан Дүртөйлөлә урындағы халыҡ һыу ятҡылығы ярында үҫмерҙең әйберҙәрен таба, ә үҙен таба алмайҙар. Кешеләр ҡотҡарыусылар саҡырта, әле егетте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары эҙләй.

Ашығыс хеҙмәттәрҙә Башҡортостан халҡынан балаларҙы һыу ятҡылыҡтары янында ҡарауһыҙ ҡалдырмауҙарын һорайҙар.

- Йылы һауа торошо башланғас, балалар һыу ятҡылыҡтары янында ваҡытын йышыраҡ үткәрә. Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү һәм бәлиғ булмағандарҙы контролдән тыш ҡалдырмау бик мөһим, – тип мөрәжәғәт иттеләр ведомствола.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас