Хәүефһеҙлек
27 Май , 16:30

Дүрт көн эҙләгәйнеләр үҫмерҙе...

Уны һыуҙа тапҡандар

Дүрт көн эҙләгәйнеләр үҫмерҙе...Дүрт көн эҙләгәйнеләр үҫмерҙе...
Дүрт көн эҙләгәйнеләр үҫмерҙе...

Дүртөйлө районында 23 майҙа батҡан үҫмерҙе эҙләү туҡтатылған. Был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иткәндәр.

Мәғлүмәттәр буйынса, бер төркөм үҫмер йылға ярында ултырған. Балыҡ тотҡандар, шунан инде һыу инеп сығырға ниәтләгәндәр. Уларҙың береһе йылғаға сумған да кире сыҡмаған.

Уны ошо көнгә тиклем эҙләнеләр. Кәүҙәһен бөгөн Ағиҙел йылғаһында фажиғә урынынан 10 километр алыҫлыҡта тапҡандар.

Әле һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә асылмаған. Һыу ятҡылыҡтары янында һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.   

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас