Хәүефһеҙлек
31 Май , 06:45

Үҫмер тыуған көнөнә бүләк ителгән питбайкта һәләк булған

Фажиғәле хәл Өфө районында теркәлгән.

Үҫмер тыуған көнөнә бүләк ителгән питбайкта һәләк булғанҮҫмер тыуған көнөнә бүләк ителгән питбайкта һәләк булған
Үҫмер тыуған көнөнә бүләк ителгән питбайкта һәләк булған

30 майҙа кисен 23.00 сәғәт тирәһендә Осоргин - Енғалыш юлының өсөнсө километрында 14 йәшлек малай питбайк руле артында “Лада Гранта” автомобиле менән бәрелешкән. Машина водителе айыҡ булған, тип хәбәр итәләр республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан. Авария һөҙөмтәһендә бала алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була.

Билдәле булыуынса, питбайкты ата-әсәһе үҫмергә былтыр тыуған көнөнә бүләк иткән. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы уны дачала файҙаланған. Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, күҙәтеү ведомствоһы ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлаясаҡ, бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәтте үтәүгә баһа бирәсәк. Нигеҙ булған осраҡта, прокурор аныҡ саралар ҡабул итәсәк.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы хәүеф-фажиғәләрҙән араларға теләһәгеҙ, мотоцикл, питбайк кеүек мототехника алып бирмәгеҙ. 

Фото: Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы видеояҙмаһынан скриншот.

Үҫмер тыуған көнөнә бүләк ителгән питбайкта һәләк булған
Үҫмер тыуған көнөнә бүләк ителгән питбайкта һәләк булған
Үҫмер тыуған көнөнә бүләк ителгән питбайкта һәләк булған
Үҫмер тыуған көнөнә бүләк ителгән питбайкта һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас