Хәүефһеҙлек
2 Июнь , 07:40

Бер көндө ирҙең йорто яна, ә үҙе аварияла һәләк була

Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Был осраҡта ла фажиғә бының менән генә тамамланмаған...

Бер көндө ирҙең йорто яна, ә үҙе аварияла һәләк булаБер көндө ирҙең йорто яна, ә үҙе аварияла һәләк була
Бер көндө ирҙең йорто яна, ә үҙе аварияла һәләк була

Ҡырмыҫҡалы районындағы “Алмаҡай” баҡса ширҡәтендә Сик һаҡсыһы көнөн билдәләгән ирҙәр компанияһы өсөн байрам фажиғәле тамамлана.

Улар, спиртлы эсемлектәр эсеп алғас, Renault Logan автомобилендә Орловка ауылы яғына юллана. Водитель автомобилгә идараны юғалтып, “тимер ат” юлдан ситкә сығып ауа. Ир "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте килгәнсе ваҡиға урынында вафат булған, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Был осраҡта ла фажиғә бының менән генә тамамланмаған – юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, һәләк булған ирҙең баҡсалағы ағас йорто янып, унан көл-күмер генә тороп ҡалған.

Һаҡ булығыҙ! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, янғын хәүефенә ҡаршы талаптарҙы теүәл үтәгеҙ. 

 

Фото сығанағы: "Республика Башкортостан" гәзите.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас