

Башҡортостандың таулы йылғаларында ямғырҙар арҡаһында һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе көтөлә.
3-4 июндә республикаға Каспий диңгеҙенән циклон киләсәк. Һөҙөмтәлә көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙа көслө ямғырҙар яуасаҡ. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ямғырҙар бәләкәй тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүенә, шулай уҡ быуаларға һәм һыуһаҡлағыстарға ағымдың артыуына килтереүе ихтимал. Аҙна аҙағына ямғырҙар кәмейәсәк, тип билдәләнә.
Насар һауа шарттарында тәбиғәткә сыҡмай тороу яҡшыраҡтыр.
Рәмилә МУСИНА фтотоһы.