Хәүефһеҙлек
4 Июня , 10:30

Ҡатынды мунсала үле килеш тапҡандар

Фажиғәле хәл үткән төндә булған.

Ҡатынды мунсала үле килеш тапҡандарҠатынды мунсала үле килеш тапҡандар
Ҡатынды мунсала үле килеш тапҡандар

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө районында янғынды һүндергәндә мунсала ҡатын кәүҙәһе табылған.

Ҡотҡарыусылар төндә Мөҙәрис ауылында сыҡҡан янғынға ашыға. Ут ялмап алған ағас мунсаны һүндергәндә бар ҡатындың кәүҙәһен таба.

Янғындың сәбәбен тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе үткәрә, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра:

- мейесте ҡыҙған хәлгә еткермәгеҙ, ишеген асып ҡуймағыҙ;

- иҙәнде һаҡлау өсөн мейес алдына тимер ҡалайҙы һалығыҙ;

- ярыҡ-тишектәре булған мейестән файҙаланмағыҙ;

- мейесте бензин һәм башҡа еңел янып торған шыйыҡсалар менән тоҡандырмағыҙ;

- иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мейесте баҫыу ваҡыты мунса ингәнгә йәки, өйҙә булһа, йоҡларға ятҡанға тиклем ике сәғәттән дә кәм булмаҫҡа тейеш, йәки бинанан оҙаҡ ваҡытҡа сығып тороғоҙ.

 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас