

Рәсәй Тәфтиш комитетының республикалағы идаралығынан хәбәр итеүенсә, былтыр декабрҙә Салауатта ир 67 йәшлек танышы менән спиртлы эсемлектәр эскән. Һуңыраҡ улар араһында бәхәс килеп тыуған, иҫерек ир дуҫын үлтергәнсе туҡмаған.
Енәйәтте йәшереү өсөн, ул икенсе танышы менән бергә иҫке һыуытҡыс һатып ала, унда мәйетте һалалар. Аҙаҡ йөк ташыу машинаһан саҡыртып, һыуытҡысты Ағиҙел ярында ҡалдырып китәләр. 2026 йылдың майында урындағы кешеләр мәйетте таба. Үлгән кешенең кем булғаны асыҡлана. 35 йәшлек ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар һәм ваҡытлыса урынлаштырыу урынына ебәрәләр. Баҡтиһәң, ул элек тә хөкөм ителгән кеше булған. Уға үлтереүҙә ғәйепләү белдерелә (РФ ЕНӘЙӘТ кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө).
Фото: Тәфтиш комитетынан.