Хәүефһеҙлек
8 Июня , 12:20

19 йәшлек егет әрәм...

Автомобиле янып киткәс...

19 йәшлек егет әрәм...19 йәшлек егет әрәм...
19 йәшлек егет әрәм...

7 июнь кис Нефтекамала, Михайловка ҡасабаһы янындағы ауыл юлында, “Лада Приора” руле артындағы 19 йәшлек егет юлдан ситкә сығып, ағасҡа бәрелә.

Бәрелеү шул тиклем көслө була, хатта автомобиль янып китә. Авария эҙемтәһендә водитель шул урында һәләк була. 17 йәшлек пассажир төрлө йәрәхәттәр ала, уны дауаханаға оҙаталар.

Билдәле булыуынса, рулдәге 19 йәшлек егетттең водитель танытмаһы булмаған. Әле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.

19 йәшлек егет әрәм...
19 йәшлек егет әрәм...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас