

Белорет районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең әсәһе аферистарға ике миллион һумға яҡын аҡсаһын биргән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уғрылыҡ менән шөғөлләнеүселәр үҙҙәрен хәрби комиссариат, Үҙәк банк һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре итеп танытып, әсәгә улының ҡаҙаныштары өсөн миҙал һәм түләүҙәр тейешлеге тураһында хәбәр итә. Ҡатынды аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуына һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтималлығына ышандыралар.Көслө баҫым аҫтында ике миллион һумға яҡын аҡсаһын банктан алып, банкомат аша аферистарға күсерергә мәжбүр була.
Уғрылар бының менән генә ҡәнәғәтләнмәй, алдашыуҙарын дауам итә, ҡатынға 10 миллион һум күләмендә кредит рәсмиләштерелеүен, уны ҡаплау өсөн аҡса күсерергә кәрәклеген әйтә. Шул саҡта ҡына ҡатын үҙенең мут кешеләр ҡармағына эләккәнен аңлай һәм полицияға хәбәр итә.
Банк хеҙмәткәрҙәре ҡатындың ике миллион һумға яҡын аҡса алыуын күреп, уның ни өсөн ҙур сумма алыуы менән ҡыҙыҡһына. Тик ул билдәһеҙ кешеләр менән һөйләшеүе, уларҙың аҡса күсерергә талап итеүе тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәй, ә аҡсаны “йортто ремонтлау өсөн алам” тип ышандыра. Полицияла мутлыҡ эше буйынса енәйәт эше асылған.
Ксения Калинина фотоһы.