

Ял көнө Благовар районында булған ҡот осҡос аварияла бер юлы дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө тип хәбәр иткәйнек. Еңел автомобиль менән йөк машинаһы бәрелеше һөҙөмтәһендә тотош ғаилә юҡҡа сыҡты: 34 йәшлек Александр, уның 35 йәшлек ҡатыны Алина, һигеҙ йәшлек ҡыҙҙары һәм 10 йәшлек улдары. Был авария тураһында ентекләберәк “КП-Өфө” баҫмаһы бәйән итте.
Асыҡланыуынса, ул көндө машинала ғаилә менән бергә Алинаның атаһы менән әсәһе лә китеп барған. Ғаилә Благовар районының Һынташтамаҡ ауылынан Өфөгә өйҙәренә ҡайтып барған. Ауылда улар туғандарында ҡунаҡта булған. Юл әллә ни оҙон да түгел – ни бары сәғәт ярымлыҡ. Ләкин улар район биләмәһен сығып етеп тә өлгөрмәй - авария була.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, авария М-5 трассаһының 1415-се километрында була. Ҡойма ямғырҙан һуң тайғаҡ юлда ғаиләнең “Лада Веста”һына “КамАЗ” йөк машинаһы килеп төкөлә. Бәрелеш ныҡ көслө була: йәш ғаилә урында һәләк була. Ә бына улар менән бергә ултырған 66 йәшлек Ләлә һәм 67 йәшлек Ринат мөғжизә менән иҫән ҡала. Урынға килеп еткән ҡотҡарыусылар уларҙы саҡ һөйрәп сығара. Әле улар төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала ята.
Фажиғә ғаиләне белгән һәр кемде шок хәленә килтерә. Александр урындағы ЖЭУ-ҙа электрик булып эшләгән. Иптәштәре уны юғары квалификациялы белгес һәм ышаныслы дуҫ ине, тиҙәр. Алина финанс өлкәһендә эшләгән һәм һалым мәсьәләләре буйынса социаль селтәрҙә махсус төркөмдәр алып барышҡан. Ул күп уҡыған, ижади ҡарашлы кеше булған. Быйыл августа уларҙың бергә йәшәгәндәренә 12 йыл тулырға тейеш ине... Яҡындары әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһе һәйбәт булған, татыулыҡта һәм мөхәбәттә йәшәгәндәр, үҙҙәре кеүек үк аҡыллы балалар үҫтергәндәр.
Ғаиләне 9 июндә Һынташматаҡ ауылында ерләгәндәр. Мейеһе йәрәхәтләнеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙы һәм уның ғаиләһе менән бәхилләшер өсөн Алинаның атаһы ла килгән. Ул тынысландырыусы дарыуҙар тәьҫирендә йөрөгән һәм балаларын ерләгәндән һуң кире дауаханаға киткән. Ҡабырғалары һынған ҡатынын сығармағандар.
Ҡот осҡос ҡайғы. Ғаиләнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юлда һаҡ булайыҡ, дуҫтар.
Фото һәм сығанаҡ: https://www.ufa.kp.ru/daily/277789.4/5260866/