Хәүефһеҙлек
13 Июнь , 12:00

Ике кеше юғалған

Береһен хәлһеҙләнгән көйө тапҡандар, икенсеһен һаман эҙләйҙәр...

Ике кеше юғалғанИке кеше юғалған
Ике кеше юғалған

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә ике бәшмәксе юғалған. Юғалыусылар тураһында хәбәр Благовещен һәм Бөрө райондарынан килгән.

Бедеева Поляна ауылынан ирле-ҡатынлы автомобилдә Покровка янына бәшмәккә килгән. Иртән 64 йәшлек ир урманға инеп китә, ә телефоны машинала ҡала. Ҡатыны машина эргәһендәрәк йөрөй. Бер нисә сәғәттән, ире оҙаҡлағас, ҡатын хәүефләнеп, ҡотҡарыусыларға шылтырата. Башҡортостандың  Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты  ҡотҡарыусылары ирҙе автомобиленән бер километрҙай алыҫлыҡта таба. Ул үҙаллы урмандан сығырға маташҡан, әммә һыуһыҙлыҡтан хәле бөткән. Улар менән ярай ҙа барыһы ла яҡшы тамамланған.

Ә бына икенсе бәшмәксене – 1940 йылғы ирҙе – һаман таба алмайҙар. Эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы Бөрө районында эҙләүҙе дауам итә.

Ҡотҡарыусылар иҫегеҙгә төшөрә: урманға йыйынһағыҙ, үҙегеҙ менән зарядкаһы тулы булған телефон алығыҙ, ҡайһы тирәгә юлланыуығыҙ тураһында яҡындарығыҙға әйтеп йөрөгөҙ. Ер-һыу таныш булмаһа, йыраҡҡа китмәгеҙ.

Фото: автор.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас