

10 июндә көндөҙ Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында балалар өйҙә яңғыҙҙары ғына булғанда янғын сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш һәм һигеҙ йәшлек малайҙар, 11 йәшлек ҡыҙ һәләк була.
Халыҡ әсәгә ярҙам рәүешендә бер көн эсендә 150 мең һум аҡса йыйып бирә. Әсә кеше социаль селтәр аша миһырбанлы кешеләргә үҙенең рәхмәтен белдерә.
11 июндә кинйә улының тыуған көнө була. Уға алты йәш тулыр ине. Был көндө ҡайғылы әсә улына бағышланған бәхилләшеү хаты баҫтыра. Унда ғәзизенең характерын һәм мауығыуҙарын телгә ала: "Һин бак шәп ашнаҡсы булыр инең. Беҙ эстән генә һинең менән ғорурлана инек. Баһадир булып үҫеп етеп, оҫта ҡулдарың менән пицца ла бешерер, пластилиндан матур скульптура ла яһар инең. Әсәйҙең һаҡлаусыһы, атайҙың хулиганы булыр инең. Әммә йомшаҡ күңелле, мәрхәмәтле. Мин һине яратам".
Хоҙай аңһыҙ ҡазаларҙан аралаһын, бала ҡайғылары бирмәһен.
Фото: ғаиләнең социаль селтәренән.