Хәүефһеҙлек
15 Июнь , 13:30

Балыҡсы батып үлгән

Фажиғәле хәл Сыбаркүлдә булған.

Балыҡсы батып үлгәнБалыҡсы батып үлгән
Балыҡсы батып үлгән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙайлы ял көндәрендә лә һыуға батып үлеүселәр һаны кәмемәне. Әбйәлил районының Дәүләт ауылы янындағы Сыбаркүлдә 62 йәшлек ирҙең батып үлеүе асыҡланған. Балыҡсы күрше Магнитогорск ҡалаһынан балыҡ тоторға килгән. Уның үле кәүҙәһен урындағы балыҡсылар күреп, ярға алып сыҡҡан. Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, фажиғәле хәлдең сәбәптәре асыҡлана.

Һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтергә онотмағыҙ, йәйге ялығыҙҙың дауамы фажиғәле тамамланмаһын!

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас