

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Өфөлә БПЛА һөжүменән зыян күргән йорттоң яҙмышы тураһында һөйләшеү булды. Радий Хәбиров белдереүенсә, ул “Управдом” республика форумында зыян күргән йортта йәшәгән ҡатындың ялыуын ишеткән. Башҡортостан Башлығы зыян күргән Ғафури урамы 54-се йортҡа ремонт барышы һәм унда йәшәгән кешеләр менән ниндәй һөйләшеүҙәр алып барылыуы менән ҡыҙыҡһынды.
Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов һүҙҙәренсә, йортто капиталь ремонтлау буйынса юл картаһы Өфө хакимиәте тарафынан әҙерләнгән һәм раҫланған. 15 июнгә тиклем экспертиза үтергә тейеш була. 10 июлгә тиклем ҡала бюджетынан финанслау бүленәсәк. 15 июлгә тиклем йортто тергеҙеүгә контрактҡа ҡул ҡуйыласаҡ, тине Рөстәм Шәрипов.
– Ремонтты тормошҡа ашырыу ваҡыты 2026 йылдың 31 октябренә тиклем планлаштырылған. Эштәр 31 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Хәл контролдә. Мөмкин булғанса алдан тамамларға тырышасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Шәрипов.
Радий Хәбиров конкурс процедураларын тиҙләтергә мөмкинме, тип һораны. “Контракт туранан-тура килешеүҙәр менән төҙөләсәк”, – тине Рөстәм Шәрипов. Ул халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барылыуын, чат булдырылыуын өҫтәне.
Фото: видеонан скриншот.