+21 °С
Болотло


Төндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ВАЗ-2109 менән "Рено Эспейс" автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "туғыҙынсы" модель машинаның 18 йәшлек водителе һәм 17 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Йәнә 16 йәшлек пассажир ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. "Рено" автомобиле водителе зыян күрмәгән.
Ваҡиға урынында тикшереү эштәре үткән, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: "Башинформ".