Хәүефһеҙлек
22 Июня , 13:30

Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды

Урал аръяғы райондары зыян күргән.

Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булдыҒәрәсәт бик ҡурҡыныс булды
Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды

Ял көндәрендә республиканың Урал аръяғы райондарында ел-дауыллы, йәшенле ямғырҙар булды. Уның һөҙөмтәһендә Бөрйән, Әбйәлил һәм башҡа райондарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлгән.

Бөрйән районында  Иҫке Собханғол – Темәс автомобиль юлында үткән ғәрәсәт һөҙөмтәһендә юлға ағастар йығылған, шулай уҡ сымдарға ағастар ҡолап, тиҫтәгә яҡын ауыл электр утһыҙ ҡалған. Район үҙәге Иҫке Собханғолда ла көслө ямғырҙан юлдарҙы һыу баҫҡан.

Ямғыр, дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре тураһында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин фекерен уртаҡлашты.

– 20 июндән 21-енә ҡарай төндә дауыл ваҡытында Иҫке Собханғол – Темәс юлына ағастар ауған. Шул көндө иртәнсәк ДРСУ-ның урындағы бригадаһы ваҡиға урынына сығып, юлды таҙартты.

“БашРЭС” предприятиеһы бригадалары иһә электр линияларын ремонтлау эшенә тотондо. Шуны ла әйтеп үтәйем, йәй электр линиялары буйында үҫкән ағастарҙы таҙартыу буйынса ла эш туҡтамай, шуға күрә лә электр утын планға ярашлы һүндереп торорға тура килә. Был эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә ҡышын электр селтәрҙәрендә авариялар күпкә кәмене. Шуға күрә лә бындай сикләүҙәрҙе халыҡ аңлап ҡабул итһен ине.

Иҫке Собханғолда ла көслө ямғыр яуҙы. Ул туҡтау менән “Алаҡуян” муниципаль унитар предприятиеһы ямғыр һыуҙары юлға йыуып сығарған ҡырсынташты һәм бысраҡты таҙартырға тотондо. Уларға шәхси эшҡыуар Нияз Намаҙбаев экскаваторы менән ярҙам итте. Юлды таҙартҡас, һыу менән йыуҙылар. Бер йорттоң подъезына һыу ингәйне, уны ла шунда уҡ һурҙырҙылар.

Әйткәндәй, районда уҙған өмәләрҙә юлдарҙағы һыу торбаларын даими таҙартып торабыҙ, шуға күрә лә көслө ямғыр булһа ла, ауылды һыу баҫманы, – тине Рәмил Миңләхмәт улы.

Ҡапыл килгән дауыллы ямғыр Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы йорттарҙың ҡыйығын алып ташлаған, электр сымдарына зыян килтергән, ҙур ағастарҙы йыҡҡан, һындырған. Дауыт ауылында ла баҡсаларҙағы ҡайындарҙы һындырған. Төҙөлөш барған бер йорттоң ҡыйығын алып ташлаған. Ҡолаған ҡоймаларҙың, урынынан осҡан теплицаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Шулай уҡ башҡа ауылдарҙа ла кешеләр ошондай уҡ зыян күргән. “Был ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды”, – ти урындағы халыҡ.

Фото: социаль селтәрҙән скришот.

Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды
Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды
Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды
Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды
Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды
Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды
Ғәрәсәт бик ҡурҡыныс булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас