Хәүефһеҙлек
23 Июня , 13:30

Кемгә – уйынсыҡ, кемгә – бәлә...

Автомобиль водителе  электр самокатында йөрөгән ике малайҙы бәрҙергән...

Кемгә – уйынсыҡ, кемгә – бәлә...Кемгә – уйынсыҡ, кемгә – бәлә...
Кемгә – уйынсыҡ, кемгә – бәлә...

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин  республикала самокатта йөрөүсе балалар ҡатнашлығында булған ике күңелһеҙ юл ваҡиғаһы хаҡында хәбәр итте.

Шишмә районында автомобиль водителе  электр самокатында йөрөгән ике малайҙы бәрҙерә. Бәләгә тарыған малайҙарҙың береһе, 11 йәшлек бала, Республика балалар клиник дауаханаһына урынлаштырылған. Икенсеһе, туғыҙ йәшлек  уҡыусы, бик күп йәрәхәттәр ала. Уға медицина ярҙамы амбулатор рәүештә күрһәтелә.

Миәкә районында 11 йәшлек ҡыҙ  самокаттан осоп төшә. Имгәнеүҙәр алған ҡыҙҙы Миәкә үҙәк район дауаханаһына илтәләр.

Шуның менән бергә Өфөнөң власть органдары электр самокаттарын прокатҡа биреүҙе тыймаясаҡтарын белдерҙе. Уларҙың фекеренсә, прокатты тулыһынса тыйыу кире хәл тыуҙырасаҡ, шәхси самокаттар артасаҡ, ә уларҙы тиҙлек һәм хәрәкәт зоналары буйынса сикләп булмаясаҡ. Өҫтәүенә был Рәсәй Транспорт министрлығы позицияһына ҡаршы килә. Тимәк, электр самокаттарын ҡала транспорт системаһына нисек тә яраҡлаштырыу әмәлен табырға, хәүефһеҙлек сараларын күҙәтергә тура киләсәк.  

Рөстәм Ахунов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас