

Бүздәк район полицияһы дежур бүлегенә 43 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул “мутлыҡ ғәмәлдәрен булдырмауҙы” вәғәҙә иткән ниндәйҙер әҙәмдәр менән телефондан һөйләшеп, барлыҡ һаҡламынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Ҡатындың һүҙҙәренә ҡарағанда, бер нисә көн уға үҙҙәрен “хәрби часть”, “дәүләт хеҙмәткәре”, “Роспотребнадзор”,”Федераль ҡаҙналыҡ”, “Федераль именлек хәҙмәте”нән тип таныштырған кешеләр шылтыратҡан. Улар ҡатынды МХО-ла һәләк булған улына наградалар тейешлегенә ышандырған. Уларҙы алыу өсөн хәрби часҡа яҙырға кәрәк булған.
Артабан бер үк алдаҡ схемаһы: ҡатынға шәхси кабинетына инеүҙәре, енәйәтселәр уның исеменә ҙур суммала кредит рәсмиләштерергә маташыуҙары тураһында хәбәр иткәндәр. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу һәм “террорсыларға булышлыҡ күрһәтеү”өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылмау өсөн ғариза биреүсене бөтә булған аҡсаһын тиҙ генә “хәүефһеҙ иҫәптәргә” тапшырырға күндерәләр.
Енәйәтселәр күрһәтмәһе буйынса, ҡатын МХО биләмәһендә һәләк булған улы өсөн килгән 13 миллион һум күләмендә түләүҙе алырға банкка мөрәжәғәт иткән. Банк хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү әңгәмәһе уҙғарған, әммә ҡатын ул күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн кәрәк тип яуаплаған. Бөтә булған аҡсаны ул бер ир-егеткә тапшырған.
Әлеге факт буйынса енәйәт эше асылған.
Хоҡуҡ һаҡсылары иҫкәртә: дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да шәхси номерға аҡса күсереүҙе һорамай һәм уны һаҡлап ҡалыу өсөн кредит алырға тәҡдим итмәй. Билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡанда һөйләшеүҙе өҙөргә һәм банктың үҙенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: Л. Үтәғолова.