

Бөгөн киске сәғәт алтылар тирәһендә Өфө — Инйәр — Белорет трассаһының 194-се саҡрымында "УАЗ Патриот" менән "Лада Ларгус" ҡапма -ҡаршы бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "Лада Ларгус" машинаһының водителе һәм дүрт пассажиры ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Шулай уҡ 16 йәшлек ҡыҙ дауаханаға оҙатылған. "УАЗ" машинаһындағы ҡатынға һәм уның өс йәшлек ҡыҙына ла медицина ярҙамы талап ителгән.
Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ.