Хәүефһеҙлек
27 Июнь , 00:00

Башҡортостанда пенсионер бөтә аҡсаһын юғалтҡан

Ул өйөндә һаҡланған 1 миллион 400 мең һумын курьерға сығарып тоттора...

Башҡортостанда пенсионер бөтә аҡсаһын юғалтҡанБашҡортостанда пенсионер бөтә аҡсаһын юғалтҡан
Башҡортостанда пенсионер бөтә аҡсаһын юғалтҡан

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтселәр пенсионерҙың кеҫә телефонына шылтыратып, үҙҙәрен тәүҙә — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һуңынан ФСБ хеҙмәткәрҙәре тип таныштыралар.

Электр счетчиктарын алмаштырыу, мәғлүмәттәрҙе тикшереү, аҡсаны декларациялау, мутлашыу ғәмәлдәрен булдырмау һәм аҡсаны һаҡлау һылтауы менән мутлашыусылар ирҙе бөтә аҡсаһын бирергә күндерә.

18 июндә Нефтекама ир-егете курьерға үҙенең өйөндә һаҡланған 1 миллион 400 мең һум аҡсаһын тапшыра.

Был осраҡ буйынса полиция «айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асты.

ИҒТИБАР! Аҡса темаһына шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ, телефонды шунда уҡ һүндерегеҙ. Шул рәүешле һаҡламдағы аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡала алырһығыҙ.

 

Э. Ибраһимова фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас