Хәүефһеҙлек
27 Июня , 10:40

Егете менән бергә һәләк булғандар

Йәшәп тә өлгөрмәгән, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ғашиҡ парҙың өйләнешеп тә өлгөрмәй һәләк булыуы бар республика халҡын шаңҡытты. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо көндәрҙә Белорет районында теркәлгән фажиғәлә бер юлы биш кешенең ғүмере өҙөлдө. Улар барыһы ла Өфөнән бер автомобилдә ҡайтып барған. 

Егете менән бергә һәләк булғандарЕгете менән бергә һәләк булғандар
Егете менән бергә һәләк булғандар

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо көндәрҙә Белорет районында теркәлгән фажиғәлә бер юлы биш кешенең ғүмере өҙөлдө. Улар барыһы ла Өфөнән бер автомобилдә ҡайтып барған. Авария ҡорбандары араһында йәш ҡыҙ, уның әсәһе һәм яңы ғына армиянан ҡайтҡан ҡыҙҙың егете һәләк булған, ә һеңлеһе менән атаһы иҫән ҡалған, әммә ауыр йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ “Ларгус”тың водителе һәм йәнә бер пассажир ваҡиға урынында һәләк була.

Фажиғә булыр ҡот осҡос көндә ғаилә Өфө аэропортында 20 йәшлек Анжеликаның буласаҡ кейәүе Иванды ҡаршы алырға килә. Армиянан яңы ғына ҡайтҡан Иван ата-әсәһенә көтөлмәгән бүләк яһарға теләй. Һөйгән ҡыҙы һәм уның туғандары менән бергә тыуған йортона ҡайтып, ҡыҙына тәҡдим яһарға уйлай.

22 йәшлек Анжелика, атаһы - 54 йәшлек Ғәлим, әсәһе - 39 йәшлек Алена һәм 15 йәшлек һеңлеһе Марина менән бергә Өфөгә Белорет районының Тирлән ауылынан килә. “Ларгус” автомобиленә 42 йәшлек Белорет кешеһе Андрей идара иткән. Ул Өфө менән Белорет районы араһында йөрөгән такси була. Шулай уҡ таксиға 23 йәшлек ҡыҙ килеп ултырған (уның шәхесе тураһында Туймазы районынан икәнлегенән тыш бер нәмә лә билдәле түгел).

Автомобиль Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы буйлап китеп барғанда, кискә табан 230 саҡрым самаһы юл үтеп, ҡайтып инергә саҡ ҡына ара ҡалғанда, ҡаршы килгән “Патриот” менән бәрелешә. “Ларгус” юл ситенә сығып осоп, түңгәрелгән.

Анжелика, уның әсәһе һәм һөйгәне, шулай уҡ такси водителе һәм юлдашы шунда уҡ тиерлек һәләк булған. Ғаилә башлығы Ғәлим кесе ҡыҙы Марина менән иҫән ҡалды. Ир ныҡ имгәнмәгән, ә ҡыҙыҡай бик күп йәрәхәттәр алған, шул иҫәптән баш һөйәге һәм янбашы һынған. Әле уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.

“Патриот”та ирле-ҡатынлы пар һәм уларҙың өс һәм ете йәшлек ике ҡыҙҙары була. Уларҙың ғүмеренә бер ни ҙә янамай.

Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса Башҡортостан Эске эштәр министрлығы үлем менән тамамланған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында енәйәт эше асҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре фажиғәнең башҡа сәбәптәрен асыҡлай.

Йәшәп тә өлгөрмәгән, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған ғашиҡ парҙың өйләнешеп тә өлгөрмәй һәләк булыуы бар республика халҡын шаңҡытты.

Һәләк булыусыларҙың ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Сығанаҡ һәм фото: ufa.kp.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас