

Юлдағы тәртип өсөн рәхмәт һеҙгә
Бөгөн, 3 июлдә, Рәсәй Дәүләт автоинспекцияһы үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ҡасандыр ағас таяҡлы хеҙмәткәрҙәре ҡуйылған постан бөгөн аҡыллы камераларға һәм һанлы сервистарға тиклем үҫеште һәм, заман саҡырыуҙарына лайыҡлы яуап биреп, юлдарҙағы тәртипте һаҡлауға тос өлөш индерә.
Ул – 25 йыл хеҙмәттә
Бөгөн Дәүләт автоинспекцияһы ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәүҙән, юл-транспорт ваҡиғаларын рәсмиләштереүҙән алып, аварияларҙы иҫкәртеүгә һәм иҫкәртеү, мәғрифәтселек эшенә тиклем төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә. Шулай уҡ юлдарҙаүлем осраҡтарынкәметеү, транспорттың техник торошон контролдә тотоу, иҫерек килеш машина йөрөтөүгә ҡаршы көрәш, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың тәртип мәҙәниәтен күтәреү кеүек өҫтөнлөклө бурыстар ҡуйыла.
Талаптар һанының артыуы, транспорттың яңы төрҙәре (электр самокаттары, каршеринг) барлыҡҡа килеүе, инциденттарға тиҙ яуап биреү һәм һанлы инструменттарҙы көндәлек эшкә йәлеп итеү кәрәклеге менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта “кеше” ҡатнашлығынан тыш хәл итеп булмаған бурыстар ҙа һаҡлана: инспекторҙар элеккесә авария урынына беренсе булып килә, водителдәргә ярҙам итә һәм ҡағиҙәләрҙе аңлата.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Юл-патруль хеҙмәтенең айырым махсус батальоны 1-се взводы командиры, полиция капитаны Айҙар Йыһангиров тәртип һаҡлау органдарында 25 йыл эшләй, шуның 23 йылын республика юлдарында тәртип һаҡлауға бағышлаған. Шуға ла ул ике тиҫтә йылда Дәүләт автоинспекцияһының үҫеш осоро һәм юлдарҙағы төп хәл-ваҡиғалар шаһиты булып ҡала.
Айҙар Лотфирахман улы 1978 йылда Балтас районының Иштирәк ауылында тыуған. Ғаиләләге өс малай араһында өлкәне булғанғалыр инде бала саҡтан яуаплы, хәстәрлекле һәм кешелекле булып үҫә. Ә инде эт һәм бесәй яратыуы уны Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға алып килә. Әммә ветеринар дипломын алған йәш егеттең яҙмышы ҡапыл икенсе боролош ала – 2000 йылда дуҫтары саҡырыуы буйынса Өфө ҡалаһының Октябрь районы эске эштәр бүлегенә патруль пост хеҙмәткәре булып эшкә урынлаша, ә инде 2003 йылда Дәүләт автоинспекцияһына күсә. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Көнсығыш иҡтисад-гуманитар университетының юридик факультетына уҡырға инә.
– Дәүләт автоинспекторының кейеме, машинаһы бала саҡтан оҡшай ине, шуға күрә лә юл-патруль хеҙмәтенә күстем, – ти Айҙар Лотфирахман улы.
Тырыш, үҙ бурысын урынына еткереп башҡарған хеҙмәткәрҙе 2013 йылда иң абруйлы, шул уҡ ваҡытта үтә лә ҙур яуаплылыҡ һалынған патруль-пост хеҙмәтенең айырым батальоны взводы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, ә инде 2025 йылдан патруль-пост хеҙмәтенең айырым батальонының 1-се взводы командиры булып эшләй.
Полиция хеҙмәткәренең эше уңышлы барһын өсөн өйҙә тыныслыҡ, тылдың ныҡлы булыуы мотлаҡ. Был йәһәттән Айҙар Йыһангиров бәхетле – 1999 йылда Светлана Николаевна менән өйләнешеп, матур һәм ныҡлы ғаилә ҡорғандар, ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙҙары Диана, юғары белем алып, дәүләт хеҙмәтендә эшләй, улдары Рөстәм IX класты тамамлаған.
Әлбиттә, өйҙәге тыныс мөхит, эшеңде яратып башҡарыу яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә ҡанат ҡуя. Ошо йылдарҙа Айҙар Лотфирахман улының намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған – 2011 йылда Рәсәйҙең дәүләт наградаһы – “Йәмәғәт тәртибен һаҡлаған өсөн” миҙалы, 2025 йылда – Рәсәй Эске эштәр министрлығының, 20226 йылда Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрығының Почет грамотолары менән бүләкләнгән.
Егеттәр яуаплы
Әле Айҙар Йыһангиров етәкселек иткән айырым махсус взводта 25 кеше эшләй, шул иҫәптән командир һәм уның урынбаҫары.
– Беҙҙең взводтағы егеттәр – тәжрибәле, стажлы һәм үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарған хеҙмәткәрҙәр. Коллектив татыу, берҙәм. Ә инде эшебеҙҙе урынына еткереп үтәү өсөн етәкселек тарафынан барлыҡ шарттар тыуҙырылған – хеҙмәт автомобилдәре даими яңыртылып тора, улар барлыҡ заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Кейемдәребеҙ ҙә, төрлө һауа шарттарына яраҡлаштырылып, уңайлы итеп тегелгән.
Хәҙер юлда торғанда ла планшеттар ҡулланабыҙ. Улар аша “Паутина” системаһына инеп, туҡтатылған автомобиль, водитель тураһында тулы мәғлүмәт алып, уның шәхесен, штрафтары, һалым һәм алимент буйынса бурыстарын шунда уҡ асыҡлайбыҙ.
Беҙҙең эш хаҡында “хәүефле лә, ауыр ҙа” тиҙәр, шул уҡ ваҡытта ул ҡыҙыҡлы һәм күп функциялы ла. Юлдарҙа төрлө водителдәр осрай, ниндәй генә хәлдәр булмай, шуға күрә лә штраф һалыу менән генә сикләнмәйбеҙ, психолог та булырға, ашығыс медицина ярҙамы ла күрһәтергә тура килә, – ти взвод командиры.
Әйткәндәй, Юл-патруль хеҙмәтенең айырым батальоны республика һәм федераль юлдарҙағы тәртип һағында тора, шуға күрә лә батальон хеҙмәткәрҙәре республиканың барлыҡ район-ҡалаларына командировкаларға сыға, ял һәм байрам көндәрендә лә сафта ҡала.
– Водителдәргә ҡарата теләк бер – юлда бер-береһен итһендәр, үҙ-ара ярҙам күрһәтһендәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһендәр ине. Яңыраҡ, яғыулыҡҡа бәйле көрсөк килеп тыуған ваҡытта, уларҙың хатта һуғышыр хәлгә етеүен күрҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл йөрөгәндә лә ошондай осраҡтар булып тора, – тине Айҙар Йыһангиров.
Патруль-пост хеҙмәтендәге айырым батальондың 1-се взвод командиры урынбаҫары, полиция капитаны Руслан Нафиҡов оҙаҡ йылдар Айҙар Йыһангиров менән бер экипажда эшләгән. Икеһен дә яңы вазифаларға тәғәйенләгәс, дежурлыҡҡа айырым сыға башлағандар.
Руслан Ринат улы 1990 йылда Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылында тыуған. Һөнәр һайлағанда унда икеләнеү тойғолары булмаған, уның бер туған ағаһы Ирек Ринат улы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлап, тәртип һаҡлау органдарында эшләй. Әлеге ваҡытта ул полиция подполковнигы, Өфөнөң транспортҡа идара итеү линияһында полиция начальнигы урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә.
Айҙар ҙа, ағаһы кеүек, полиция хеҙмәткәре булырға ҡарар итә һәм 2007 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына йортона уҡырға инә. Ә инде 2012 йылда ҡулына диплом алғас, ЮХХДИ-ның Бөрөләге айырым батальонында юл-патруль хеҙмәте инспекторы булып эш башлай. Бер аҙҙан Өфөгә эшкә күсә һәм бөгөнгәсә республика юлдарындағы тәртип һағында ҡала.
Руслан Нафиҡов, 2016 йылда тормош иптәше Регина Тәлғәт ҡыҙын осратып, матур ғаилә ҡоралар, ике балаға ғүмер бүләк итәләр – ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр. Әйткәндәй, полиция капитаны Регина Тәлғәт ҡыҙы Дәүләт автоинспекцияһының өлкән инспектор булып эшләй. Шуға күрә лә ул иренең вазифа бурысының ни тиклем яуаплы, ауыр икәнен аңлап тора.
Юлда төрлө хәл-ваҡиғалар була
– Юлдарҙа көндән-көн транспорт һаны арта, тәжрибәһеҙ водителдәр ҙә күп. Эшебеҙҙә көн дә төрлө ваҡиғалар шаһиты булырға тура килә. Бик ҡурҡыныс авариялар шаңҡыта, тотош ғаиләләре менән һәләк булалар. Ошондай ваҡиға урындарына беҙ тәүгеләрҙән булып барабыҙ, тәүге ашығыс медицина ярҙамы ла күрһәтергә тура килә. Балалар фажиғәгә осраһа, тәүҙә уларға ярҙам итергә тырышабыҙ. Ошондай осраҡтарҙа беҙҙең дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүебеҙ ҙә кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Аҙаҡ беҙҙе табып, ярҙам өсөн рәхмәт әйтеүселәр ҙә бар, – ти Руслан Ринат улы.
Инде 12 йыл юлдағы тәртип һағында торған полиция хеҙмәткәренә бик күп көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар шаһиты булырға һәм уларҙа ҡатнашырға ла тура килгән. “Айырыуса 2024 йылдың 6 авгусындағы ваҡиға иҫтә ҡалған”, – ти ул.
... Был көндә Айҙар Йыһангиров менән бер экипажда дежурҙа булалар. Уларға ҡаршы килгән еңел автомобиль туҡтауһыҙ сигнал бирә. Хеҙмәткәрҙәр туҡтай. Баҡтиһәң, Иглин районынан бер ғаилә Өфөгә бала табыу йортона ашыға икән – ҡытыны ауыр хәлдә, ә юлдарҙағы тығын ҡыҫҡа ваҡытта барып етеүгә ҡамасаулай. ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәре был автомобилде бала табыу йортона тиклем оҙатып бара. Ә инде бала табыу йортона барып еткәс, 10 минуттан һуң, сабый донъяға килә.
Ошо уҡ йылдың 6 декабрендә Белорет районының Ишле ауылында ике енәйәтсе, эшҡыуарҙар ғаиләһен үлтереп, уларҙың автомобилендә ҡаса. Ҡоралланған енәйәтселәрҙе Айҙар Йыһангиров менән Руслан Нафиҡов ҡыуып барып тота, ҡулға алған саҡта уларға ҡорал да ҡулланырға тура килә.
– Ошондай көтөлмәгән хәлдәр беҙҙең эштә йыш осрай, шуға күрә лә юл-патруль инспекторы физик яҡтан яҡшы әҙерлекле булырға, ҡорал менән дә оҫта эшләргә, автомобилде йөрөтөү тәжрибәһе, юридик яҡтан да белеме булырға, йәғни дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә әҙер булырға тейеш, – ти Руслан Нафиҡов.
Ошо батырлығы өсөн Руслан Нафиҡов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
ЮХХДИ хеҙмәткәре кейемендәге егет һәм ҡыҙҙар һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра, әммә һәр кем дә ошо урында була алмай, сөнки унда һөнәрен яратҡан Айҙар Йыһангиров, Руслан Нафиҡов кеүек намыҫлы хеҙмәткәрҙәр генә, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, оҙаҡ йылдар эшләй ала.
Юлда минус 40 грудус сатлама һыуыҡтарҙа ла, 40 градус эҫелә лә, ҡар-буранда ла, йәшен-ямғырҙа ла юлда тәртип һағында торған Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәренә, ветерандарға беҙҙең именлек өсөн көрәшкәндәре һағында торғандары өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.