Хәүефһеҙлек
6 Июль , 12:55

Алты кеше һәләк булды

Фажиғә урындарына килгәндә...

Алты кеше һәләк булдыАлты кеше һәләк булды
Алты кеше һәләк булды

Уҙған ял көндәрендә республикала һыу объекттарында ете осраҡ теркәлгән. Алты кеше һәләк булған, шул иҫәптән бер бала. Бәхеткә күрә, өс кешене, шул иҫәптән бер баланы ҡотҡарып ҡалғандар.

Фажиғә урындары:

3 июлдә (Өфө районы, Өршәк йылғаһы): 1954 йылғы ир батып барған ейәнен ҡотҡарып маташҡанда батып үлә. Бала иҫән ҡала.

3 июлдә (Мишкә районы, урындағы быуа): 2014 йылғы малай һәләк булған. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

4 июлдә (Ҡариҙел районы, Үреш йылғаһы): 1976 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған.

4 июлдә (Мәләүез районы, Нөгөш һыуһаҡлағысы): 2002 йылғы ике ир ҡотҡарыла, йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

4 июлдә (Өфө, Сипайлово биҫтәһе): һыуҙан ирҙең кәүҙәһе сығарыла, шәхесе билдәләнә.

5 июлдә (Стәрлетамаҡ ҡалаһы пляжы): Ашҡаҙар йылғаһынан водолаздар 1970 йылғы ирҙең кәүҙәһен сығара.

5 июлдә (Өфө, Дудкин кисеүе): Өфө йылғаһынан 1987 йылғы ҡатындың кәүҙәһе сығарылған, уның 2016 йылғы балаһын шаһиттар ҡотҡарған.

Фажиғәләрҙең төп сәбәптәре:

- Йыһазландырылмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инеү.

- Балаларҙы контролдә тотмау.

– Эскән килеш һыу инеү.

Йыл башынан республиканың һыу объекттарында 45 кеше һыуҙан сығарылған, шуларҙың алтыһы – балалар. 25 кеше батып үлгән тип иҫәпләнә, ҡалғандары буйынса оператив-тикшереү саралары үткәрелә.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәгеҙ!

Рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ!

Балаларҙы ҡарауһыҙ һыуға ебәрмәгеҙ!

 Хатта бала тын тултырылған түңәрәктә йәки жилетта булһа ла, һеҙ уның янында булырға тейешһегеҙ.

 Эскән килеш һыуға инмәгеҙ!

Таныш булмаған урындарҙа һыу аҫтына төшмәгеҙ!

Кәмәләрҙә йөҙгәндә ҡотҡарыу жилеттарын ҡулланығыҙ.

Һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ-һеҙҙең яуаплылығығыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Алты кеше һәләк булды
Алты кеше һәләк булды
Алты кеше һәләк булды
Алты кеше һәләк булды
Алты кеше һәләк булды
Алты кеше һәләк булды
Алты кеше һәләк булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас