+21 °С
Болотло


Борай районында фажиғәле хәл теркәлгән.
Барыһы ла табын ваҡытында була — бер пар байрам итә, әммә ир спиртлы эсемлекте саманан сығып эсә башлай. Шул саҡта 77 йәшлек йорт хужабикәһе табынды тамамлауҙы һорай, әммә ир өйҙән сығып китеүҙән баш тарта.
Ҡыҙып алған ир табындаш әхирәтен таҡта һәм тешле игәү менән туҡмап үлтерә, ә һуңынан пенсионер ҡатынға ташлана. Ике ҡатынды ла үлтергәс, ҡанлы енәйәт ҡоралдарын йәшереп ҡаса.
Енәйәтсе ҡулға алынған.
Фото: скриншот.