

Ҡурҡыныс хәбәр Яңауыл районынан килде. Райондың Максимово ауылында өс йәшлек бала батып үлгән. Фажиғәле хәл кисә иртә менән булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала туғандарына ҡунаҡҡа килгән. Иртән ул йорт ихатаһында биш йәшлек апаһы менән бергә уйнаған. Өлкәндәр күрмәгән саҡта, балалар өй артында ғына урынлашҡан быуаға киткән. Быуа янында бала унда йығылып төшкән һәм тонсоҡҡан.
Тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан һәм тейешле экспертизалар тәғәйенләгән. Шулай уҡ улар туғандарынан һәм шаһиттарҙан һорау ала, был ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлай.
Бәләкәй балаларҙы һыу буйында яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!