

Эҫе көндәр йәшенле ямғырҙар менән бергә килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшен - хәүеф сығанағы ла. Әле Саҡмағош районынан ҡурҡыныс хәбәр билдәле булды: йәшен ир-егетте атып үлтергән. 47 йәшлек ир үҙе эшләгән тракторҙа ер эштәре менән шөғөлләнгән. Транспорт сараһының ҡыйығы булмаған, ә үҙе тимер ултырғыста ултырған.
Йәшен башланғас, ул күрәһең, йәшенеп өлгөрмәгән. Ул фажиғә урынында йән биргән. Урынға тәфтишсе килгән, ул суд-медицина экспертизаһын билдәләгән. Тикшереү дауам итә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
Ҡалала һәм тәбиғәттә йәшен ваҡытында:
Фото: "Шедеврум" нейроселтәре.