+22 °С
Дождь


Кисә көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә Иглин районында, М-5 “Урал” автомобиль юлының 1513-сө километрында, өс транспорт сараһы ҡатнашлығында авария булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Вольво”, “Рено Сандеро” һәм “Лада Гранта” машиналары бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Рено Сандеро” автомобиленең 70 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат була. Еңел автомобилдәрҙәге дүрт пассажир медицина учреждениеһына ярҙам күрһәтеү өсөн килтерелгән.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.