

7 июлдә Башҡортостанда урыны менән көслө ямғыр, йәшен һәм боҙборсаҡ яуҙы. Быйылғы йәшен бигерәк аяуһыҙ – Саҡмағош районында тракторсыны атып үлтерҙе, шулай уҡ уның арҡаһында шәхси йорттарҙа һәм хужалыҡ ҡаралтыларында бер нисә янғын сығыу осрағы теркәлде.
Йылайыр районының Дмитриевка ауылында электр иҫәпләгесте атҡан, шунан һуң ут бүрәнә йорттоң фасадына күсә. Күршеләрҙең һәм ауыл хакимиәтенең ирекле янғын һүндереү командаһының оператив эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә янғын һүндереү подразделениелары килгәнгә тиклем ут һүндерелә.
Белорет ҡалаһында ике ҡатлы кирбес йорттоң ҡыйығын йәшен атып, ут сыға. Янғынды һүндереп өлгөрәләр.
Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында бүрәнә һарайҙы йәшен ата. Ут шулай уҡ күрше ике фатирлы кирбес йорттоң пластик сайдингына зыян килтерә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: йәшен – ҡурҡыныс тәбиғәт күренеше, ул хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүҙе талап итә.
✔ Шәхси йорттоң ҡыйығына йәшендән һаҡлау сараһын - йәшен ҡайтарғыс урынлаштырығыҙ, уны ергә тоташтырығыҙ.
✔ Электр үткәргестең торошон тикшерегеҙ һәм импульслы артыҡ көсөргәнешлелектән һаҡлау ҡоролмаларын (УЗИП) урынлаштырығыҙ.
Йәшен ваҡытында өйҙә булған саҡта:
Тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе бикләгеҙ, ел үтә өрөп тормаҫлыҡ булһын. Электр ҡорамалдарын – телевизорҙы, компьютерҙы, көнкүреш техникаһын селтәрҙән һүндерегеҙ. Тәҙрә эргәһендә тормағыҙ, электр сымдарына һәм металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ.
Урамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:
Асыҡ урындарҙан ҡасығыҙ, һыу ятҡылыҡтары янында тормағыҙ. Ямғырҙан яңғыҙ торған ағастар һәм бейек металл конструкциялар аҫтында йәшенмәгеҙ.
Янғын йәки төтөн сыҡҡан осраҡта шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәрҙең 101 йәки 112 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.