

Өфөлә 84 йәш ир, телефон аферистарына ышанып, миллион һумдан ашыу аҡсаһын саҡ юғалтмаған. Үҙәк банк һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре булып танылған мутлашыусылар пенсионерҙы “тикшереүгә ярҙам итеү” өсөн аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә.
Ҡурҡҡан ир банкоматта 100 мең һум аҡса ала һәм ҡалғандарын да алыу өсөн икенсе бүлексәгә юллана. Баш ҡаланың Менделеев урамындағы “Газпромбанк” офисында хеҙмәткәр Гөлназ Зәйнуллина тулҡынланған клиентҡа иғтибар итә. Ул уяулыҡ күрһәтеп, ирҙән төпсөнөп һораша, уның мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлата һәм полиция саҡыра.
Банк хеҙмәткәрҙең битараф булмауы арҡаһында пенсионерҙың аҡсаһы һаҡланып ҡала. Был осраҡ буйынса РФ Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө, 159-сы статьяһы буйынса мутлашыуға маташыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Нәсих Хәлисов фотоһы.