Хәүефһеҙлек
10 Июль , 04:55

Өргөндә - ҡот осҡос дауыл

Халыҡ утһыҙ, газһыҙ ҡалды, ҡыйыҡтар емерелде. Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә...

Өргөндә - ҡот осҡос дауылӨргөндә - ҡот осҡос дауыл
Өргөндә - ҡот осҡос дауыл

Кисә Учалы районының Өргөн ауылында ҡот осҡос көслө дауыл булған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән.

"Бөгөн Өргөн ауылы янында көслө дауыл үтте. Электр сымдары өҙөлөү сәбәпле ауыл ваҡытлыса утһыҙ ҡалды, һигеҙ йортта газ һүндерелде, бер нисә ҡыйыҡ зыян күргән. Беренсе урынбаҫарым һәм оператив штаб менән бергә беҙ әле урында. "Газпром" филиалының һәм электр селтәрҙәренең авария бригадалары эҙемтәләрҙе, хәлде контролдә тота. Утты һәм газды мөмкин тиклем тиҙерәк өйҙәргә кире индереү өсөн барыһын да эшләйбеҙ.

Барыһына ла өндәшәм - һаҡ булығыҙ! Бындай һауа торошонда ҡайҙалыр барыуҙан туҡтап тороғоҙ, автомобилдәрҙе ағастар янына ҡуймағыҙ, өҙөлгән сымдарға яҡын бармағыҙ һәм зыян күргән коммуникацияларға теймәгеҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда шунда уҡ 112 номеры буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы.

Өргөн ауыл биләмәһе башлығы белдереүенсә, көслө дауыл урыны-урыны менән үткән, ауылдың ҡайһы бер урамдарына ел дә теймәгән. Иң мөһиме - һәләк булғандар юҡ.

Сығанаҡ: Руслан Ғиләжетдинов.

Өргөндә - ҡот осҡос дауыл
Өргөндә - ҡот осҡос дауыл
Өргөндә - ҡот осҡос дауыл
Өргөндә - ҡот осҡос дауыл
Автор:Карима Усманова
Читайте нас