Хәүефһеҙлек
11 Июль , 10:15

Мотоцикл хатта уртаға ярылып киткән...

Бөгөн юл фажиғәһендә йәш кешенең ғүмере өҙөлдө. 

Мотоцикл хатта уртаға ярылып киткән...Мотоцикл хатта уртаға ярылып киткән...
Мотоцикл хатта уртаға ярылып киткән...

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 11 июлдә, иртәнге сәғәт 7-лә, 27 йәшлек ир мотоциклда Ырымбур тракты буйлап хәрәкәт иткәндә, бер йүнәлештә барған “Киа к5” автомобиленә бәрелгән.

Бәрелеш эҙемтәһендә мотоцикл хатта уртаға ярылып киткән. Уның водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат булған. Урында Өфө дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре, шарттары асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр, юлда ашыҡмағыҙ, хәрәкәт ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!

Фото: Өфө дәүләт автоинспекцияһы видеоһынан скриншот.

Мотоцикл хатта уртаға ярылып киткән...
Мотоцикл хатта уртаға ярылып киткән...
Мотоцикл хатта уртаға ярылып киткән...
Мотоцикл хатта уртаға ярылып киткән...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас