Хәүефһеҙлек
11 Июль , 05:15

Сүп-сар янында миллион һум аҡсаһын ҡалдырған

Паникаға бирелеп, яҡташыбыҙ баш ҡалаға оса һәм...

Сүп-сар янында миллион һум аҡсаһын ҡалдырғанСүп-сар янында миллион һум аҡсаһын ҡалдырған
Сүп-сар янында миллион һум аҡсаһын ҡалдырған

Краснохолмский ауылынан бер ир, телефон аферистарына ышанып, аҡсаһын юғалта. Бының өсөн ул Мәскәүгә осоп, сүп-сар янында миллион һумға яҡын аҡса һалынған пакетын ҡалдыра.

Хәл былай була: Краснохолмский ауылынан 57 йәшлек вахтасы “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында пенсия стажын билдәләү буйынса мәғлүмәт эҙләй. Бер нисә көндән һуң уға билдәһеҙ кеше шылтырата, үҙен пенсия фонды хеҙмәткәре тип таныштыра һәм уны ҡабул итеүгә яҙылырға тәҡдим итә. Ир шәхси мәғлүмәттәрен әйтә, ә бер аҙҙан уға код килә, ул уны мутлашыусыға хәбәр итә.

Бер нисә минуттан уға “Дәүләт хеҙмәттәре” техник хеҙмәте хеҙмәткәре шылтыратып, уның иҫәбе буйынса шикле ғәмәлдәр барлығын әйтә, шунан һуң Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәренә тоташтыра. Ул иһә Үҙәк банк хеҙмәткәре менән берлектә 27 кеше ингән мутлыҡ схемаһын оператив эш алып барыуын һәм уларға аҡсаларын юғалтмаҫҡа ярҙам итеүен аңлата.

Мутлашыусыға ышанып, ир уның күрһәтмәһе буйынса яңы кеҫә телефоны һатып ала, унда “Gem Spase” ҡушымтаһын яҙҙыра. Был ҡушымта аша аралашыу барышында ул ялған офицерға үҙенең ике банк иҫәбендәге аҡсаһы тураһында хәбәр итә. Кәрәкле мәғлүмәт алғас, мутлашыусы аҡсаның “енәйәт эше буйынса үтеүен” һәм уны ашығыс рәүештә туҡтатырға кәрәклеген хәбәр итә.

Краснохолмский ауылындағы банк бүлексәһендә иргә, уның шикле тотошон күреп, аҡса биреүҙән баш тарталар. Әммә был уны туҡтатмай – ул Нефтекама банктарының береһенән бер миллион һум аҡса алырға заказ бирә. Федераль именлек хеҙмәтенең киләһе талабы булып экспертиза үткәреү өсөн аҡса менән Мәскәүгә ашығыс осош тора. Паникаға бирелеп, зыян күреүсе Ижевск ҡалаһына китә, унан баш ҡалаға оса. Мәскәүҙә, инструкциялар буйынса, ул сүп-сар контейнеры эргәһенә бер миллион һум самаһы аҡса һалынған пакет ҡуя, шунан һуң “операция” урынын ташлап китә.

Һуңынан мутлашыусылар “эҙҙәрен тулыһынса ҡаплауҙы” талап итә һәм иргә Сочиға осорға, унан өйгә ҡайтырға бойора – ул быны  лә теүәл үтәй.

Был осраҡ буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтар! Уяу булырға саҡырабыҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: хоҡуҡ һаҡлау органдары, банктар һәм башҡа учреждениелар вәкилдәре бер ҡасан да телефон аша конфиденциаль мәғлүмәт һәм бигерәк тә һеҙҙең аҡсағыҙҙы һорамай.

Әгәр һеҙ туғандарығыҙҙың йәки дуҫтарығыҙҙың шикләнеп эш иткәнен күрһәгеҙ, уларға ашығыс рәүештә аҡса кәрәк, улар уйламайынса эш итә йәки көтмәгәндә ҡайҙалыр сығып киткән икән, мотлаҡ сәбәбен асыҡлағыҙ.

Улар мутлашыусыларҙың йоғонтоһо аҫтында түгелме, юҡмы икәнен тикшерегеҙ.

Нәсих Хәлисов фотоһы (архивтан алынды).

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас