Хәүефһеҙлек
11 Июль , 20:20

Сабыйға өс кенә йәш була

Ата-әсәһе уны терелтергә маташа, тик килеп сыҡмай... 

Сабыйға өс кенә йәш булаСабыйға өс кенә йәш була
Сабыйға өс кенә йәш була

Кисә көндөҙ Ишембай районының Әхмәр ауылында фажиғә булды. Һәләүек йылғаһында бәләкәй ҡыҙ батып үлә. Уға ни бары өс йәш була.

Ата-әсәһе сабыйҙы үҙҙәре һыуҙан сығара һәм уны терелтергә тырыша – яһалма һулыш һәм туранан-тура булмаған йөрәк массажы яһай. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ашығыс ярҙам табиптары килгәс, баланың үлгән булғанын билдәләй.

Ғаилә яр буйында ял итә, әммә был урын һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән була, унда хатта һыу инеү тыйылған тигән таҡталар ҙа тора.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ата-әсәләргә сираттағы тапҡыр мөрәжәғәт итә: зинһар, бәләкәй балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Хатта бер минутҡа ла. Уларға ҡотҡарыу жилеттары кейҙерегеҙ. Ҡотҡарыусылар һәм хәүефһеҙ төбө булған ерҙә генә һыу инегеҙ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас