

12 июлдә кис Шишмә районының Арыҫлан ауылында көслө янғын булған. Янғын һүндереү бүлексәләре килгәндә ике ағас йортҡа ут тоҡанған булған. Янғынды һүндереү барышында 70 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡандар.
Утты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Арыҫлан ауыл советының ирекле янғын һүндереүселәр командаһы һүндергән. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшеүсеһе эшләй.
Янғындың сәбәбе һәм ваҡиғаның шарттары асыҡлана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
Янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ 101 йәки 112 телефондарына шылтыратығыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.