

Күптән түгел генә Учалы районының Өргөн ауылында көслө дауыл булғайны, бөгөн Башҡортостанда был хәл йәнә ҡабатланды. Был юлы ҡурҡыныс дауыл Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылында булған.
Район кешеләре социаль селтәрҙәргә фото һалған. Унда күренеүенсә, тәбиғәт ҡазаһы фасадтарҙы боҙған һәм бер нисә торлаҡ йорт һәм хужалыҡ ҡаралтыларының ҡыйыҡтарын алып ташлаған, һәм хатта күп тонналы йөк машинаһын түңкәргән.
"Иҫке Аҡҡолай ауылында көслө дауыл Механизаторҙар урамындағы йорттоң һәм хужалыҡ ҡаралтыларының ҡыйығын йолҡоп алды, электр тапшырыу линияларына зыян килтерҙе, ағасты, автомобилде ауҙарҙы. Тәбиғәт эҙемтәләрен тергеҙеү эштәре алып барыла", – тип яҙҙы район башлығы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙә.
Әйткәндәй, алдағы көндәрҙә һауа торошо йәнә боҙола: республиканы йәшенле ямғырҙар һәм көслө ел ҡаплаясаҡ. Ҡотҡарыусылар бындай мәлдәрҙә өйҙә ҡалырға кәңәш итә, ә урамға сыҡһағыҙ, ағастарҙан һәм электр таяуҙарынан алыҫ тороғоҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.