Хәүефһеҙлек
14 Июль , 05:05

Өс өлкән кеше һәм бер бала һәләк булған

Ә биш йәшлек кескәй ҡыҙ дауаханаға оҙатылған.

Өс өлкән кеше һәм бер бала һәләк булғанӨс өлкән кеше һәм бер бала һәләк булған
Өс өлкән кеше һәм бер бала һәләк булған

Баймаҡ районында дүрт кеше, шул иҫәптән бала һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, кисә киске сәғәт 11-ҙә Магнитогорск — Ира автомобиль юлының 126-сы километрында 25 йәшлек «Лада Веста» водителе Сибай ҡалаһына табан хәрәкәт иткәндә ҡаршы йүнәлештә килгән «Лада Ларгус» менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике водитель һәм «Лада Ларгус»тың 8 һәм 34 йәшлек пассажирҙары урында вафат була, биш йәшлек ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Юл-транспорт ваҡиғаһының бөтә сәбәптәре асыҡлана.

Водителдәр! Ашыҡмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Һеҙ пассажирҙарығыҙ өсөн яуаплы. Айырыуса салонда балалар булғанда уяулыҡты юғалтмағыҙ. 

 

Фото: Башҡортостан ДАИ-һы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас