

Учалы районында быйыл ел-дауыл сығыу күренеше йышайҙы. Яңыраҡ Өргөн ауылында ғәрәсәт булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде, кисә, 15 июлдә, Илсе ауылына килгән бәлә һөҙөмтәһендә өс торлаҡ йорт, хужалыҡ ҡаралтылары һәм ҡоймаларға зыян килеүе теркәлгән. Зыян күреүселәр юҡ.
Йәшәүҙе тәьмин итеү системалары, шулай уҡ социаль һәм мәҙәни объекттар зыян күрмәгән һәм ғәҙәти режимда эшләй.
Урында Учалы районы хакимиәте комиссияһы эшләй: зыян баһалана һәм тергеҙеү эштәре планлаштырыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, шунда уҡ 112 телефонына шылтыратығыҙ!
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.