Хәүефһеҙлек
17 Июль , 17:40

Биш йәшлек бала етем ҡалғанын да белмәй әле...

Ҡот осҡос аварияла дүрт кеше үлде, сабый һаман ауыр хәлдә.

Биш йәшлек бала етем ҡалғанын да белмәй әле...Биш йәшлек бала етем ҡалғанын да белмәй әле...
Биш йәшлек бала етем ҡалғанын да белмәй әле...

Аҙна башында Башҡортостанда, Баймаҡ районында ҡот осҡос авария булды. “Лада Ларгус” менән “Лада Веста” бәрелеше һөҙөмтәһендә дүрт кеше урында һәләк булды, иҫән ҡалған сабый ауыр йәрәхәттәр алды. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы был хәлгә аныҡлыҡ индерҙе.

Ул кистә 35 йәшлек Булат, 34 йәшлек ҡатыны Әдилә, ҡыҙҙары һигеҙ йәшлек Диана менән биш йәшлек Илмира (балаларҙың исеме үҙгәртелде) Силәбе өлкәһенән Баймаҡ районына ғаилә башлығының әсәһенә ҡунаҡҡа китеп барған була. Ғаилә Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән, был көндә уларҙың 13 йәшлек ҡыҙҙары һәм ете йәшлек улдары өйҙә ҡалған булған.

– Улар ауылда йорт һалды, ә үҙҙәре Магнитогорскиҙа йәшәй ине. Ипотека алырға йыйынғандарын беләм. Балаларының ҡалала, үҫеш өсөн күберәк мөмкинлектәр булған урында йәшәгәнен теләнеләр, – ти туғандарының береһе Эльмира.

Улар Магнитогорск – Ира трассаһы буйынса барған һәм кәрәкле районға килеп еткән, бер урында ҡапыл ҡаршыларына “Лада Веста” машинаһы килеп сыҡҡан. Уның руле артында 25 йәшлек егет ултырған. Улар бәрелешә һәм “Ларгус” юлдан осоп ҡолай. Ғаиләнән биш йәшлек Илмира ғына иҫән ҡала. Шулай уҡ йәш егет тә һәләк була. Ҡыҙҙы тиҙ арала Баймаҡ ҡалаһына дауаханаға алып китәләр. Әле ул һаман реанимацияла. Хәле ауыр тип баһалана. Урындағы табиптарға ярҙамға Өфө белгестәре килә.

Бер мәлдә ғаиләгә ҡот осҡос ҡайғы килә. Етем ҡалған балаларҙы Әдиләнең әсәһе үҙенә алып ҡарарға хәл иткән.

– Өләсәләре балалар менән Магнитогорскиҙа йәшәргә планлаштыра, балаларҙы шул уҡ мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына йөрөтөргә теләй. Илмира, Аллаһ бирһә, шәбәйһен инде, – тигән Эльмира.

Күп балалы ғаилә башлығы Булат махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, әле өйөнә ҡайтҡан, ветеран. Ул элекке эшенә ҡайтырға, Магнитогорск металлургия комбинатына барырға уйлаған. Ҡатыны – хужабикә.

– Ул балаларын яҡшы тәрбиәләне. Бик хәстәрлекле әсәй ине. Көн һайын балаларын мәктәпкә, баҡсаға, түңәрәктәргә йөрөттө, – ти яҡындары.

15 июлдә ғаиләне тыуған ауылдарында ерләгәндәр. Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото һәм сығанаҡ: https://www.ufa.kp.ru/daily/277799.5/5277783/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас