Хәүефһеҙлек
17 Июль , 18:03

Рөстәм Нәбиев аварияға эләккән

 “Өс бала бар ине машинала, улар иҫән”, – ти ул. Үҙе... 

Рөстәм Нәбиев аварияға эләккәнРөстәм Нәбиев аварияға эләккән
Рөстәм Нәбиев аварияға эләккән

Билдәле яҡташыбыҙ, йәмәғәтсе, альпинист һәм блогер Рөстәм Нәбиев үҙенең Макс каналында хәбәр итеүенсә, бөгөн аварияға эләккән. Блогер хәбәр итеүенсә, ул Тула өлкәһенән Мәскәү ҡалаһына китеп барған. Үҙе рулдә булмаған, артта ултырған.

– Беҙҙең водитель тормозға баҫып өлгөрмәне һәм алда китеп барған машинаға бәрелде. Унда өс бала ултыра ине. Аллаға шөкөр, уларҙың береһе лә зыян күрмәгән, – тине Рөстәм.

Үҙе ныҡ итеп һул яҡ ҡулбашы менән бәрелгән һәм әлегә ҡулын күтәрә алмай.

– Яңы ғына уң яҡ ҡулбашымды дауалағайным. Һәм бына тағы. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, – тип әйтте ул.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас