

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һуңғы көндәрҙәге ҡойма ямғырҙар арҡаһында республиканың Балаҡатай һәм Асҡын райондарындағы һыу баҫыу осраҡтары, был биләмәләрҙәге хәл-торош тураһында һорау ҡаралды. Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов сығыш яһаны.
Комитет етәксеһе белдереүенсә, 18 июлдә Силәбе өлкәһендәге Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан һыу ебәреүҙе арттырыу арҡаһында Балаҡатай районында биш ихатаны һыу баҫа. Әлеге мәлдә хәл тотороҡланған, һыу кимәле кәмегән, кешеләрҙе эвакуациялау талап ителмәгән.
19 июлдә ошондай уҡ хәл Асҡын районында ла теркәлә. Пермь крайында дамба йыуылыу һөҙөмтәһендә Һарыһыу йылғаһындағы һыу кимәле 155 сантиметрға күтәрелә. Һөҙөмтәлә Асҡын районының өс ауылындағы 74 ихатаны һыу баҫа. Кисәге көнгә ҡарата Үршиҙе ауылында һыу кимәле – 23, Сурайҙа 20 сантиметрға кәмегән, ә Солтанбәк ауылында был күрһәткес юғары ҡала, тип билдәләне комитет рәйесе.
Әлеге көндә тейешле хеҙмәттәр тарафынан тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөү, халыҡҡа ярҙам итеү буйынса эштәр алып барыла. Ошо маҡсатта барлығы 37 кеше һәм алты берәмек техника йәлеп ителгән.
Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ирекмәндәр һыу баҫыу зонаһында ҡалған Үршиҙе ауылы халҡына гуманитар ярҙам күрһәткән. Бында ташҡын һөҙөмтәһендә өс урам һыу аҫтында ҡала. Яңғыҙ йәшәгән алты кеше ваҡытлыса икенсе урынға күсерелә, унда улар өсөн хәүефһеҙ йәшәү шарттары булдырыла. Ошондай уҡ гуманитар ярҙам Сурай ауылы халҡына ла күрһәтелгән.
Асҡын районындағы хәлгә ҡағылышлы ошо уҡ оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова ла сығыш яһаны. Ул 19 июлдә киске сәғәт етелә Үршиҙе ауылында электр тәьминәте өҙөлөүе хаҡында хәбәр итте. Шулай уҡ 20 июлдә иртәнге сәғәт 6-нан Сураш һәм Солтанбәк ауылдарында ла яҡтылыҡ биреүҙә өҙөклөк барлыҡҡа килә. Был хәл республиканың тейешле министрлыҡтары, ҡотҡарыусылар, шулай уҡ башҡа ашығыс хеҙмәттәр вәкилдәре, район хакимиәтенең даими контролендә тотола.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.