Хәүефһеҙлек
21 Июль , 07:00

Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Бәлә көтөлмәгәндә килә...

Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелдеАсҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Асҡын районында Сарс йылғаһы күтәрелеү сәбәпле дүрт ауылда 102 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан.

Һыу баҫҡан биләмәләрҙә “Ғәҙәттән тыш хәл” режимы индерелгән.

Ауылдар буйынса хәл:

- Үршиҙе – 31 ихата, һыу кимәле түбәнәйә;

- Сураш – 22 ихата, һыу кимәле түбәнәйә;

- Солтанбәк – 44 ихата, 

- Ҡамашиҙе – 5 ихата һыуҙа, әммә даими йәшәүселәр юҡ.

 162 кешенең 152-һе һыу күтәрелгәнгә тиклем үҙаллы эвакуациялана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә штаб эшләй. Һыу һәм аҙыҡ-түлек ташыу ойошторолған, ваҡытлыса йәшәү урыны әҙер. Һыу баҫҡан биләмәләрҙә электр менән тәьмин итеү туҡталыған.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, "112" һандарына шылтыратығыҙ!

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас