Хәүефһеҙлек
21 Июль , 16:00

Асҡындан күп балалы әсәй хәбәр итә

Районда дүрт ауылды һыу баҫты тип яҙғайныҡ...

Асҡындан күп балалы әсәй хәбәр итәАсҡындан күп балалы әсәй хәбәр итә
Асҡындан күп балалы әсәй хәбәр итә

Асҡын районында Сарс йылғаһы күтәрелеү сәбәпле дүрт ауылда 102 йорт яны биләмәһен һыу баҫты, был биләмәләрҙә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде, тип хәбәр иткәйнек.

Һыу баҫҡан ауылдарҙың береһенән - Солтанбәктән күп балалы әсәй Ләйсән Суфиянова әйтеүенсә, ташҡын баҡсаларҙы йыуған, картуфлыҡ, теплицалар ҙа һыу эсендә. Әммә ауыл халҡы үҙ бәләһе менән яңғыҙ ҡалмаған, ярҙам итеүселәр бик күп. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов һыу баҫҡан биләмәләргә үҙе барып, хәлде шәхси контролдә тота. Урында оператив хеҙмәттәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы вәкилдәре туҡтауһыҙ эшләй.

- Ауылыбыҙ халҡын өҙлөкһөҙ хәстәрләп торған, "Хәлегеҙ нисек? Ниндәй ярҙам кәрәк?" тип һорап яҙған, гуманитар ярҙам ташыған һәр кемгә ҙур рәхмәт! - тип ауылдаштары исеменән хәбәр итте Ләйсән Суфиянова. 

Фото, видео Ләйсән Суфиянованан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас