

18 июлдә Ҡыйғы районының Абзай ауылында йәштәр компанияһы Ыҡ йылғаһы буйында спиртлы эсемлектәр эсә. Бер аҙҙан ирҙәрҙең береһе юғала.
Ял иткән урындарынан алыҫ түгел уның әйберҙәре табыла. Бөгөн иһә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ошо 26 йәшлек ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығара.
Был урында һыу инеүҙе тыйыу тураһында аншлагтар ҡуйылған булған. Оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
- йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ;
- эскән килеш һыуға төшмәгеҙ;
- баланы бер минутҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- ял ваҡытында шәхси хәүефһеҙлек сараларын үтәгеҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.