Хәүефһеҙлек
25 Июль , 04:50

"Улым батты..."

Бер юлы өс кеше һыуға батып үлгән.

"Улым батты...""Улым батты..."
"Улым батты..."

Кисә республикала бер юлы өс кеше һыуҙа батып үлгән.

Беренсе осраҡ Дүртөйлө районында теркәлгән. 17 йәшлек егеттең Ағиҙел йылғаһында батыуы тураһында әсәһе хәбәр иткән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары әле һыуға батҡан егетте эҙләй.

Учалы районының Ҡалҡан күленән 46 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Ярҙамға килгән "аҡ халатлылар" уның үлгәнен раҫлаған.

Шишмә районында ҡотҡарыусылар 40 йәшлек балыҡсыны сығарған. Ул тултырылған кәмәлә балыҡ тотҡан, кәмә түңкәрелгән, балыҡсы һыуға һикергән, әммә кире сыҡмаған.

23 июлдә шулай уҡ Дүртөйлө районында 39 йәшлек ҡатын Ивангород ауылы янындағы быуала һыуға батҡан. Ул да рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: 

* Рәсми һәм йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инегеҙ.

* Кәмәлә йөрөгәндә һәр ваҡыт ҡотҡарыу жилетын кейегеҙ.

* Бер ҡасан да балаларығыҙҙы бер секундҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас