

Уҙған ял көндәрендә республика һыу ятҡылыҡтарында 13 фажиғәле осраҡ теркәлгән, уларҙа 11 кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк булған. Ике кешене ҡотҡарып өлгөргәндәр, уларҙың береһе – бала.
Фәжиғәле хәлдәр Әлшәй, Стәрлебаш, Учалы, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Өфө райондарында, Нефтекама ҡалаһында булған.
Иҫкәртеү эше алып барыуға ҡарамаҫтан, кешеләр йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеүен дауам итә – был йыш ҡына йөҙөргә төшкәндәрҙең үлеменә сәбәп була.
Тағы ла иҫкәртәбеҙ:
- иҫерек килеш һыуға инмәгеҙ,
- балаларҙы һыу янында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- ҡотҡарыусылар дежур иткән һәм рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу төшөгөҙ.
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон 112.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.