

Тол ҡатынға телефондан шылтыратып, үҙен Оборона министрлығы хеҙмәткәре тип таныштырған кеше ер биләмәһен рәсмиләштереүҙә ярҙам тәҡдим итә. Ҡатын телефонына килгән СМС-кодты әйткән. Артабан мутлашыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре", Үҙәк банк һәм Федераль именлек хеҙмәтенең ялған хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратып, уны иҫәптәге бөтә аҡсаһын алырға һәм "ышаныслы кешегә" тапшырырға күндергән.
Шулай итеп ҡатын өс миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Полиция енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.
Иғтибар! Әйтеүегеҙҙе үтенһәләр ҙә, СМС-кодтарҙы, паролдәрҙе һәм шәхси мәғлүмәтте бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ. Шикле осраҡтарҙы 102 йәки 112 телефондарына шылтыратып әйтегеҙ.
Э. Ибраһимова фотоһы.